Ошо көндәрҙә Күгәрсен районының Мораҡ ауылынан бер ир-ат, петарданы шартлатып, зыян күргән.
Ул фейерверкты тоҡандыра ла уның өҫтөнә эйелә. Петарда ҡапыл шартлап, туп-тура егеттең ауыҙына эләгә. Һаҡһыҙлыҡ һөҙөмтәһендә был ир бер тешенән ҡолаҡ ҡаға, шулай уҡ аҫҡы ирене лә яралана.
Яңы йыл алдынан Асҡын ауылында фейерверк 9 йәшлек баланың бер күҙен ауыр йәрәхәтләй.