Бала… аңына килгән07.01.2019
Магнитогорскиҙа 1 ғинуарҙа көнкүреш газы шартлаған йорт емереклектәре араһынан табылған бәпес аңына килгән.

Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министры Вероника Скворцова журналистарға ошо хаҡта хәбәр итте. «11 айлыҡ Ваняның хәле байтаҡҡа яҡшырҙы. Табиптар уның бөйөрҙәре эшмәкәрлеген тергеҙҙе, өшөп туңған аяғын һаҡлап алып ҡалыуға өмөт артты. Малай тауыш сығара башланы, тимәк, үпкәләре яһалма һулыш алыуҙан зыян күрмәгән», – тине министр.

Баланың әсәһе әле һаман стресс хәлендә, ҡурҡыу тойғоһонан арына алмай, әммә улының хәле яҡшырыуға ифрат шатлана.

Бәпестең бетон конструкциялар аҫтында бер тәүлектән ашыу ятҡандан һуң ғына табылыуы хаҡында хәбәр иткәйнек инде. Карауатта йылы итеп төрөлгән килеш ятыуы арҡаһында ғына иҫән ҡалған был сабый Леонид Рошаль исемендәге Мәскәү кисектергеһеҙ балалар хирургияһы ғилми-тикшеренеү институтында дауалана.



Вернуться назад