"Капитализм дәүерендә хәлдәр нисек?"07.01.2019
Нефтекамалағы туҡталыш павильоны стенаһынан Иосиф Виссарионович Сталин халыҡҡа бағып: "Йә, капитализм дәүерендә хәлегеҙ нисек?" – тип һорай.

– Кеше араһында ҡотҡо таратыуға ҡоролған был "социаль реклама" ҡалала генералиссимустың тыуған көнө – 21 декабргә ҡарата барлыҡҡа килгәндер, моғайын. Әммә әлегә тиклем был һүрәттең берәүҙең дә иғтибарын йәлеп итмәүе ғәжәпләндерә, – ти журналистарға ошо фотоны ебәргән кеше.


Иосиф Виссарионович раҫлауынса, “хәҙер сифатлы белем дә, һаулыҡ һаҡлау ҙа, аҙыҡ-түлек тә, лайыҡлы пенсия ла, иртәгәһе көнгә ышаныс та юҡ, ә уның осоронда быларҙың барыһы ла булған”. Рекламаның заказсыһы, плакат авторы әлегә билдәһеҙ.



Вернуться назад