Сәлимйәнгә ярҙам кәрәк!07.01.2019
Өфөлә «Шахта» ресторанында шеф-ашнаҡсы булып эшләгән Сәлим Таваров бәләгә тарыған. Ул иҫен юғалтҡан, әле 21-се ҡала дауаханаһында комала ята. Уға ашығыс рәүештә донор ҡаны талап ителә.

— Сәлимйән Таваров өсөн теләһә ниндәй ҡан төркөмөн тапшырыуығыҙҙы һорайбыҙ. Ул ауыр хәлдә. Игелекле кешеләрҙең ярҙамына өмөтләнәбеҙ, — тип мөрәжәғәт итә егеттең туғандары социаль селтәрҙәр аша.


Республика ҡан тапшырыу станцияһы Өфө ҡалаһының Батыр урамындағы 41/1 һанлы йортта урынлашҡан. Дүшәмбенән йомаға тиклем иртәнге һигеҙҙән төшкө сәғәт бергә ҡәҙәр эшләй. Байрам көндәрендә, йәғни 7-8 ғинуарҙа, эшләмәй. Үҙегеҙ менән паспортығыҙҙы алып килергә кәрәк.

Белешмәләр өсөн телефон: +7 (347) 255-53-57.


Вернуться назад