34 йыл элек юғалған апаһын тапҡан…07.01.2019
Дағстан эшҡыуары Исмаил Галуев ғүмере буйы апаһын табыу тураһында хыялланған. Ниһайәт, бизнесмен 34 йыл элек юғалтҡан апаһын Башҡортостанда эҙләп тапҡан һәм уҙ янына алып ҡайтҡан.

Был ҡатын өс балаһы менән фәҡирлектә көн күргән, тип хәбәр итә Telegram-канал Mash.

Бынан байтаҡ йылдар элек Исмаилдың ағаһы мәрйәгә өйләнгән. Никахта Роза исемле ҡыҙҙары тыуған. Улар Хасавюртта йәшәгән. Ғаилә башлығы ҡапыл вафат булғас, Розаның әсәһе, бәләкәй балаһын алып, Коми АССР-ындағы туғандары янына ҡайтып киткән. Ул мәлдә сабыйға өс йәш кенә булған.

Йәнә бер нисә йылдан Исмаилдың ата-әсәһе, олатаһы ҡот осҡос аварияла һәләк була. Балаларҙы өләсәйҙәре тәрбиәләп үҫтерә, ул һәр саҡ: «Ҡайҙалыр Рәсәйҙә Роза исемле ейәнсәрем йәшәй, уны табырға ине», — тип уфтана.

— Розаны Башҡортостанда, Муллаҡай исемле ауылда, эҙләп таптыҡ. Ире үлгәс, өс балаһын яңғыҙы тәрбиәләгән. 34 йыл ғүмер уҙғандан һуң, ниһайәт, апайым Хасавюртҡа әйләнеп ҡайтты, —тип шатлана Исмаил.


Әйткәндәй, Роза башта Тыуған иленә ҡайтырға ҡурҡһа ла, тәүәккәлләп, балалары менән юлға сыҡҡан. Хәҙер улар үҙҙәрен ифрат бәхетле тоя: ни тиһәң дә, иртәгәһе көнгә ышаныс барлыҡҡа килгән.




Вернуться назад