Уҙған йәкшәмбе Илнур Юламанов ҡатнашлығындағы "Комикты көлдөр" ("Россия" каналында бара) тигән тапшырыу күрһәтелде. Күптәребеҙ яратып өлгөргән пародист шуның иртәгәһенә бар илгә билдәле көлкө оҫтаһы булып уянды!
Маймыл, һарыҡ, тутыйғош булып ҡыланып, танылған шәхестәргә пародия күрһәтеп, талантлы яҡташыбыҙ шоуҙа бер миллион һум ота яҙҙы. Ҡағиҙә буйынса, конкурсанттар алып барыусылар Максим Галкин менән Владимир Зеленскийҙың береһен булһа ла көлдөрөргә тейеш. Дүрт баҫҡыстан үтеп, миллионер булырға ғына торғанында, Илнурҙың сығышынан көлмәнеләр ҙә ҡуйҙылар. Аҡсаны ҡыҙғанып, хистәрен тыйырға тырыштылар тиһәк, дөрөҫөрәк булыр, моғайын. Һәр хәлдә, тамашасылар менән алып барыусылар пародисты сәхнәнән оҙаҡ ебәрергә теләмәне, 14 минут буйы уның ауыҙына ғына ҡарап ултырҙы. Ҡалған бәйгеселәр шоуҙа ике-өс минуттан оҙағыраҡ ҡала алманы.
Үҙәк телевидениелағы тапшырыуҙан һуң артистың тәьҫораттары менән уртаҡлашырға ашыҡтыҡ. Беҙҙе Илнур ЮЛАМАНОВ кәләше — йәш йырсы Альбина КИЛДЕЙӘРОВА менән ҡаршы алды.
— Илнур Юламанов ҡолаҡ ҡаҡҡан 250 мең һум өсөн телевизор ҡараусылар бик көйҙө. Буш ҡул менән ҡайтҡан ирҙе ҡатыны нисек ҡаршыланы икән?
Альбина: Илнур шоуҙан һуң: "Эх, саҡ-саҡ миллион отманым!" — тип шылтыратҡас, мин: "Һинең миллионың мөһим түгел", — тинем. Мәскәү һынлы Мәскәүҙә һәләтеңде күрһәтеп, үҙеңде танытып ҡайтыу артист өсөн үҙе бәхет бит ул. Аҡсаһын былай ҙа эшләрбеҙ.
Илнур: Тапшырыуҙан һуң режиссер менән алып барыусылар тағы ла кил тип саҡырып ҡалды. Көслө генә номерҙар әҙерләнем. Миллион артынан тағы барасаҡмын әле.
— Ил күләмендәге тапшырыу ниндәй тәьҫорат ҡалдырҙы?
Илнур: Билдәле пародия оҫталары менән аралашыу, улар алдында сығыш яһау, үҙемде төрлө төбәктән килгән конкурсанттар менән сағыштырыу тәжрибәмде байытты, ышаныс өҫтәне. Көҙ үҙемдең концертымды ҡуясаҡмын, тип дәртләнеп ҡайттым.
— Телевизор аша ғына күреп өйрәнгән Максим Галкин тормошта ниндәйерәк кеше?
Илнур: Гримеркала миңә грим һалған саҡта, Галкин да инеп биҙәнеп-төҙәнеп сыҡты. Бик ябай кеше ул, эре түгел. Шоуҙа ҡатнашыусылар менән ихлас аралашырға ярата.
— Шоуҙа тағы ла күберәк аҡса өсөн көрәшеп ҡарарға тәҡдим ителгәс, бер аҙ баҙап ҡалдың да: "Ҡатыныма шылтыратып булһа ине ул!" — тинең. Шул һүҙҙәрең ифрат оҡшаны.
Илнур: Альбина менән кәңәшләшеп кенә йәшәйбеҙ. Ул этәргес бирмәһә, ниәтемде хупламаһа, бәлки, "Комикты көлдөр" тапшырыуына ла бармаҫ инем.
Альбина: Һәр эште бергә атҡарып өйрәнгәнгә шулай тигәндер инде. Уртаҡ бизнесыбыҙ ҙа бар. Яратҡан шөғөлөбөҙ ижадыбыҙға ла, үҙ-ара мөнәсәбәттәргә лә ыңғай йоғонто яһай.
— Сер булмаһа, ниндәй шәп бизнес һуң ул?
Альбина: Мәктәптән һуң әхирәттәрем туйҙарына саҡырып, уйындар ойоштороуымды, йырлауымды һорай торғайны. Яҡындарыма ҡунаҡ үткәрешергә лә йөрөнөм. Баҡтиһәң, Өфөлә был килемле генә бизнесҡа әүерелгән икән. "Нишләп тамада булып ҡарамаҫҡа!" — тинек тә, сценарий төҙөп, эшкә тотондоҡ. Илнур шоуҙа ҡатнашып ҡайтҡас, халыҡта ҡыҙыҡһыныу тағы ла көсәйҙе, заказдар күбәйеп китте, хатта күрше өлкәләге милләттәштәр шылтырата башланы.
— Пародистың ҡатыны булып йәшәү күңеллелер, моғайын?
Альбина: Мәскәүгә барыр алдынан өйҙә репетиция яһағанда айырыуса күңелле булды: йә эт булып өрә, йә тутыйғош булып сырҡылдай. Асылда Илнур етди холоҡло, баҫалҡы кеше. Сәхнәгә күтәрелеп микрофон тотһа, үҙгәрә лә китә.
— Йондоҙҙар ғаиләһе йәй ҡайҙа, нисек ял итергә йыйына?
Илнур: Июнь-июль айҙарында беҙҙе Әбйәлил, Баймаҡ райондарында көтһөндәр. Барып, шул яҡтарҙы бер шаулатып ҡайтырға ине.
— Гәзит уҡыусыларға репертуарығыҙҙан ҡайһы йырҙы тәҡдим итерһегеҙ?
Илнур: Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылында барыһына ла парлы ғүмер теләйем. Яныңда яратҡан йәрең булһа, ҙур ҡыйынлыҡтар ваҡ мәсьәлә һымаҡ ҡына тойола. Шуға күрә һәр саҡ һөйөүгә талпынып йәшәйек. Икәү башҡарған "Йөрәгем" тигән йыр тап шул хаҡта.
Н. ХӘСӘНОВА әңгәмәләште.