Яңы йылдан илдә хеҙмәт мигранттары аҙая төшәсәк. Рәсәй Хөкүмәте визалы мигранттарҙы саҡырыуға квотаны кәметте, шулай уҡ иҡтисадтың ҡайһы бер секторҙарында сит ил эшселәрен күпләп файҙаланмаясаҡтар. Ошо хаҡта Хөкүмәттең ике ҡарары үҙ көсөнә инде.
Быйылдан тәүге тапҡыр төҙөлөштә сит ил эшселәренең һаны кәмейәсәк. Быға тиклем гастарбайтерҙарҙы яллауға сикләүҙәр бөтөнләй булманы.
Бары Мәскәү, Амур өлкәһе һәм Хабаровск крайының төҙөлөш компаниялары өсөн иҫкәрмә ҡаралған. Автотранспорт предприятиеларында ла мигранттар һанын планлы рәүештә кәметәсәктәр. Элеккесә дарыуҙар менән сауҙа итеү, стационар булмаған сауҙа объекттарында, баҙарҙарҙа һатыу уларға тыйыла. Ғөмүмән, быйыл Рәсәйгә 144 583 мигрант эшкә килә ала. Был – 2018 йылдағынан 20 процентҡа кәмерәк.