Яңауылдар ғәжәпкә ҡалған07.01.2019
Яңауыл үҙәгендә бөтә боҙ скульптураларын тимер менән кәртәләгәндәр. Урындағы власть әһелдәре аңлатыуынса, быны халыҡтың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн шулай эшләгәндәр.

Боҙ ҡаласығындағы бер нисә һынды тәүге көндәрҙә үк ватҡандар. Ошондай тәртипһеҙҙәрҙән, ҡыйратыусыларҙан аялау өсөн дә ҡорғандарҙыр кәртәләрҙе.

– Байрам шыршыһы майҙанында боҙ һындарҙы кәртәләп ҡуйғандарын күргәнебеҙ юҡ ине әле. Өҫтәүенә, сигнализацияны ла тоташтырырға кәрәк булған! – тип ҡәнәғәтһеҙлек белдерә социаль селтәрҙәрҙә ҡайһы берәүҙәр.

Хакимиәттең дә аҡланырлыҡ сәбәбе бар: “Балаларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн ҡуйылған улар”.

Өфөләрҙең әлегә бындай хәүефһеҙлек сараһына баштары етмәгән. Бөтә боҙ майҙансыҡтары ла гөрләп эшләп тора, иҫ киткес матур әкиәт геройҙары барыбыҙҙы ла алыҫтан сәләмләп, үҙенә саҡыра.


Вернуться назад