Бүләк һайлау ҙа еңел түгел...26.05.2012
Бүләк һайлау ҙа еңел түгел...Ҡунаҡҡа, тыуған көнгә йәки туйға барыр булһаҡ, нимә алырға, бүләккә нимә һайларға тип баш ватабыҙ. Кәңәш итһәң дә, аныҡ ҡына итеп әйтеүсе һирәк. Ғөмүмән, яуап бер төрлө генә түгел. Кемдер, иң яҡшыһы аҡса инде, тип иҫәпләй. Икенсе берәү, иҫтәлеккә бүләк һәйбәт, ти. Уны нисек тапшырырға белмәй аптыраусылар ҙа бар. Ысынлап та, нимә бүләк итергә һәм ҡайһылайыраҡ бирергә?

Аҡса бүләк итеү-итмәү һәр айырым осраҡта хәл ителергә тейеш. Мәҫәлән, туйға, өй туйына, яңы өйләнешеүселәргә (ғөмүмән, матди хәле ныҡ булмағандарға), ғәҙәттә, аҡса бүләк итәләр.
Теләгән әйберҙе һатып алыу үҙегеҙгә генә ҡиммәткә төшһә, дуҫығыҙға, танышығыҙға нимә кәрәклеген белһәгеҙ, башҡа берәйһе менән ҡушылып алыу яҡшыраҡ.
Бүләк һалынған сағыу төҫтәге ҡумтаны матур таҫма менән бәйләгеҙ. Балалар өсөн булһа, уға бер нисә шар ҙа беркетергә мөмкин. Ғәҙәттә, теләктәр яҙылған открытканы ла ҡушып бирәләр.
Бүләкте ҡабул итә белергә лә кәрәк. Шуға күрә ихлас йылмайып, ҡыуаныуығыҙҙы күрһәтергә өйрәнегеҙ. Төргәкте асып, бүләкте ҡарағыҙ, һоҡланыуығыҙҙы йәшермәгеҙ һәм шунда уҡ рәхмәт әйтегеҙ (оҡшамаған осраҡта, уйығыҙҙы белдермәгеҙ).
Емеш-еләк йәки тәм-том булһа, өҫтәлгә ҡуйып, ҡунаҡтарҙы һыйлау ғәҙәте барлығын да онотмағыҙ. Сәскәне, әгәр композицияны боҙмаһа һәм байрамға ярашлы булһа, өҫтәлгә ҡуялар. Бүлмәләге уңайлы урынға ултыртырға ла мөмкин.

Нимә бүләк итергә ярамай?

- Ҡатын-ҡыҙға — спиртлы эсемлек.
- Ир-атҡа — сәскә (етәксе, уҡытыусы, олатай йәки атайҙан һәм юбилярҙан башҡа).
- Эске кейем, ятыр-торор кәрәк-ярағы (туған-тыумасанан тыш). Ғөмүмән, шәхси гигиена әйберҙәрен аҙ таныш кешеләргә бөтөнләй бүләк итмәйҙәр.
- Үҙеңдең фотоңды (әгәр һорамаған булһалар).
- Аҡса (туй йәки өй туйынан башҡа).
- Хайуандарҙы бүләк итеүҙең кәрәге юҡ.
- Йортоғоҙҙа артыҡ тип иҫәпләгән әйберҙәрҙе биреү ҙә килешкән эш түгел.


Вернуться назад