“Һөт иле” исемен аҡлайбыҙ06.12.2011
Йыл башынан республикала 595 053 тонна һөт һатыуға сығарылған. Шуларҙың 487 566 тоннаһын ауыл хужалығы предприятиелары етештергән.
Стәрлетамаҡ менән Саҡмағош райондары хужалыҡтары – 30-ар мең, ауырғазылар, илештәр һәм дүртөйлөләр – 20-шәр мең, ҡырмыҫҡалылар, мәләүездәр, миәкәләр һәм тәтешлеләр иһә 15-шәр мең тонна һөт һауып алған.