Үҙәк Америкаға кем барырға теләй?07.01.2019
Өфө ҡалаһында йәшәүсе табип Виктория Валикова Гватемала һәм Никарагуа илдәрендә эшләү өсөн медицина белеменә эйә булған ирекмәндәрҙе эҙләй.

Тропик медицинаһы буйынса белгес ошо хаҡта социаль селтәрҙәрҙә яҙа. Ирекмән булыу өсөн инглиз һәм испан телдәрен яҡшы белеү талап ителә. Өҫтәүенә, машина йөрөтә, ашарға әҙерләй белергә тейешһең. Башҡа шарттар, талаптар тураһында “Бәйләнештә” селтәрендә Виктория Валикованың шәхси битендә танышырға мөмкин.

Табиптың һүҙҙәренә ҡарағанда, ул коллегалары менән хәүефле шарттарҙа эшләй. “Беҙ һәр кемдең дауалап була торған сирҙәрҙән вафат булмауы өсөн көрәшәбеҙ”, – ти табип.


Вернуться назад