Дарыуға – 604 миллион һум07.01.2019
Быйыл Башҡортостан граждандарҙың льготалы категорияларын дарыуҙар менән тәьмин итеүгә федераль ҡаҙнанан 604 миллион һумдан ашыу аҡса аласаҡ.

Ил төбәктәренә Рәсәй Хөкүмәте федераль бюджеттан йәмғеһе 31,367 миллиард һум бүләсәк. Ил Хөкүмәте Премьер-министры Дмитрий Медведев субвенцияларҙы бүлеү программаһын раҫланы. Бойороҡҡа ярашлы, Мәскәү – 4,5 миллиард һум, Мәскәү өлкәһе 1,47 миллиард һум, Санкт-Петербург – 1,4 миллиард һум, Краснодар крайы – 1,13 миллиард һум, Татарстан – 1,12 миллиард һум, Свердловск өлкәһе 1,02 миллиард һум аласаҡ.

Был аҡсаға төбәктәр халыҡтың айырым төркөмдәре өсөн дарыу препараттары, медицина әйберҙәре, инвалид балаларҙы туҡландырыу өсөн махсус продукттар һатып аласаҡ.


Вернуться назад