Холҡоңдо тикшереп ҡара26.05.2012
1. Ҡул бармаҡтарын йоҙаҡлап йомарлағыҙ.
Һул ҡулығыҙҙың баш бармағы иң өҫтә ҡалһа, ҡағыҙға "Һ" хәрефен яҙығыҙ. Уң ҡулдыҡы булһа, "У" тип билдәләгеҙ.

2. Сәпкә атаһығыҙ тип хис итегеҙ.
Сәпкә һул яҡ күҙегеҙ менән ҡараһағыҙ — "Һ", уңы асыҡ ҡалһа, "У" тип яҙығыҙ.

3. Ҡулдарығыҙҙы күкрәк тапҡырында ҡаушырығыҙ.
Һул беләгегеҙ өҫтә булһа — "Һ", уңы икән — "У".

4. Сәпәкәйләгеҙ.
Һул яҡ усығыҙ менән уңына һуҡһағыҙ — "Һ", кире осраҡта "У" тип яҙығыҙ.

Хәҙер һөҙөмтәне ҡарағыҙ:
УУУУ — иҫке ҡарашлы, тормошона үҙгәрештәр индерергә, бәхәсләшергә яратмай.
УУУҺ — ҡыйыуһыҙлығы менән айырылып тора.
УУҺУ — аралашыусан, тәүәккәл, ҡылансыҡ, шаян һүҙле (нигеҙҙә ҡатын-ҡыҙға хас).
УУҺҺ — хәрефтәр бындай тәртиптә һирәк осрай. Холҡо өҫтәге һүрәтләүгә оҡшаш, әммә йомшағыраҡ.
УҺУУ — аналитик фекерле, башҡаларға ышанып бармай, яңы мөхиткә оҙаҡ өйрәнә, сабыр, бер аҙ ҡырыҫ.
УҺУҺ — үҙен яҡлай белмәй, башҡаларҙың йоғонтоһона тиҙ бирелә.
ҺУУУ — хис-тойғоға бай, мөһим эш башҡарғанда ныҡышмаллыҡ етеңкерәмәй, кешеләр менән уртаҡ тел таба белә, алсаҡ, яңы мөхиткә тиҙ ҡулайлаша.
ҺУУҺ — үҙ-үҙенә ышанысы аҙ, бер ҡатлы.
ҺҺУУ — алсаҡ, эскерһеҙ, үҙенә тәнҡит күҙлегенән ҡараусан, тормошҡа ҡыҙыҡһынып баға.
ҺҺУҺ — ябай, йомшаҡ күңелле, ышаныусан.
ҺҺҺУ — тиҙ ярһыусан, етеҙ һәм тәүәккәл.
ҺҺҺҺ — ысын һулаҡай. Иҫке нәмәләргә яңыса ҡарай белә, үҙен ярата, еңмеш, хис-тойғоға тиҙ бирелә, башҡаларға оҡшамаҫҡа тырыша, ҡайһы берҙә үҙ-үҙенә йомолоусан.
ҺУҺУ — көслө ихтыярлы, фекерен үҙгәртергә яратмай, етеҙ, ныҡыш.
ҺУҺҺ — өҫтәге һүрәтләүгә яҡын, әммә тағы ла ныҡышмалыраҡ. Үҙенә юғары талаптар ҡуйыусан, кешеләр менән ауыр дуҫлаша, үҙ-үҙен тәнҡитләргә әүәҫ.
УҺҺУ — бәхәсләшергә яратмай, аралашыусан, донъя мәшәҡәттәренә иҫе китеп бармай, күңел асыу сараларын ярата, кешегә ауыр һүҙ әйтмәй, бәләкәй һөйөнөстө лә оло шатлыҡ тип ҡабул итә.
УҺҺҺ — ирек һөйә, бар эште үҙе башҡарырға теләй, аумаҡай, алдына алғанын ҡуймай.


Вернуться назад