Башҡортостандың атҡаҙанған табибы Венер Сәхәүетдинов арабыҙҙан китте. Билдәле хирургка 1 ғинуарҙа 80 йәш тулды.
Венер Ғәзиз улы 1939 йылда Күгәрсен районы Кинйәбай ауылында тыуған. Уға бер йәш булғанда, ата-әсәһе Мәләүез районының Томансы ауылына күсеп килә һәм башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләй. Венер Сәхәүетдинов1956 йылда Башҡорт дәүләт медицина университетына уҡырға инә һәм бар ғүмерен кеше дауалауға, республикала хирургияны үҫтереүгә арнай. Ул БГМУ-ла гастрохирургия, проктология, микрохирургия йүнәлештәре буйынса ғилми медицина мәктәптәрен булдыра. Венер Ғәзиз улы 400-ҙән ашыу ғилми хеҙмәт һәм һигеҙ монография авторы. Уның етәкселеге аҫтында ун табип - докторлыҡ, 40 кеше кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай.