Ысын тормош – ябай халыҡ араһында05.01.2019
Төбәк етәксеһе Радий Хәбиров Салауат районының Мәсетле ауылында булғанда урындағы мәсеткә лә инеп сыҡҡан. Бында уға боронғо хайуандарҙың һәм үҫемлектәрҙең ташҡа һеңгән һындарын күрһәткәндәр. Артабан ул ауыл имамы Ғәбит Ғималовтың төшөргән һүрәттәрен ҡарап сыҡҡан.

«Мәсетле ауылынан Ғәбит ағай – рухи остаз да, табип та, изге күңелле кеше лә һәм тыуған ере патриоты ла... Әммә иң нығы мине уның һүрәттәре шаҡ ҡатырҙы! Улар яралы атайҙың фронттан өйгә ҡайтыуы, һуғыш ваҡытында тол ҡалған ҡатындарҙың бесәндән килешләй йырлауы, һәм ысын тормош, мөхәббәт һәм дөрөҫлөк кенә булған иң ябай ауыл тормошо тураһында”, - тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Радий Фәрит улы.


Шулай уҡ төбәк етәксеһе этник залда булды. Бында уны милли кейемдәге ауыл ҡатын-ҡыҙҙары йыр-моң, мандолина һәм ҡумыҙ көйҙәре менән ҡаршыланы.

Төбәк етәксеһенең хәләл ефете Каринэ Хәбирова сәфәргә ире менән бергә бара һәм шулай уҡ бай тәьҫораттары менән социал селтәрҙәрҙә уртаҡлаша. Ул башҡорт ауылдары кешеләре менән танышыуына шат булыуын белдерә. “Шулай ҙа ысын тормош бында, мәңгелек ҡиммәттәр менән йәшәгән халыҡ араһында”, - тип яҙа ул.


Вернуться назад