“Кисә генә өйләнешкән кеүекбеҙ”05.01.2019
Ҡабан йылы алдынан Әлшәй социаль-мәҙәниәт үҙәгендә тормош юбилярҙарын тантаналы рәүештә ҡотлау сараһы үткәрелде.

Байтаҡ ғүмер йылдарын иңгә-иң терәшеп, аңлашып, ауырлыҡтарҙы бергәләп еңергә өйрәнгән өлкәндәр йәшлектә ҡалған туй көндәрен иҫкә алды, хәтирәләрен яңыртты. Торонтайыш ауылынан Гөлсөм һәм Маҙһар Минеғоловтар, Ураҙмәттән Динә һәм Насир Әхмәтгәрәевтар – гәүһәр, Казанканан Роза һәм Рәфис Хәбибуллиндар, Ғәйниямаҡтан Зәлиә һәм Зәбир Сәмиғуллиндар, Торонтайыштан Ғәрифә һәм Нуриман Ғарифуллиндар алтын юбилейҙарын билдәләй.

– Әйтерһең дә, кисә генә өйләнешкәнбеҙ, – тип шаярта Минеғоловтар. – Һигеҙ бала үҫтерҙек, 21 ейәнгә олатай-өләсәй булдыҡ. Әммә туй көнөбөҙҙө бөгөнгөләй яҡшы хәтерләйбеҙ – 30 градуслыҡ ҡаты һыуыҡта сәстәребеҙҙе сәскә бәйләнек.


Уйын-көлкө менән үткән сараның аҙағында бәхетле парҙарҙы Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу ҡотланы. Юбилярҙарға республика етәксеһе Радий Хәбировтың ҡотлау хаты тапшырылды.





Вернуться назад