Бөгөн бәхет уларға йылмайҙы05.01.2019
Асҡын ауылының йәш ғаиләһе Рәзилә һәм Илдус Фазлетдиновтар яңы йылды ҙур шатлыҡ менән ҡаршыланы.

Торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж йәш ғаиләләргә дәүләт ярҙамы программаһына ярашлы, ғаиләләргәторлаҡҡа социаль түләүҙәр алыуға танытма тапшырылды. Ошо маҡсатҡа бүленгән аҡса күләме – 953 мең һумға яҡын. Асҡын район хакимиәте башлығы Фларит Усманов йәш ғаиләгә именлек, уңыштар теләне. Әле ошо программа буйынса сиратта 82 кеше тора.





Вернуться назад