Тәүге ҡарлуғасыбыҙ...05.01.2019
Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 3 ғинуар Салауат районының Мәсетле ауылында булды. “Янғантау” геопаркының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, төбәк етәксеһе Мәсетле геологик киҫелеше менән танышҡан һәм ауылды ҡарап сыҡҡан.

“Салауат районы. Миңә бында “Янғантау” геопаркы һәм Мәсетле киҫелеше идеяһын йоҡторҙолар. Беҙҙең ғалимдар белдереүенсә, ул көңгөр осоро тарихының идеаль киҫелеше. Был Башҡортостан геопарктарының “беренсе ҡарлуғасы”, — тип яҙҙы үҙенең социаль селтәрҙәрҙәге шәхси сәхифәһендә Радий Хәбиров.


Вернуться назад