Магнитогорскийҙа 31 декабрҙә булған ҡот осҡос фажиғә 39 кешенең ғүмерен өҙҙө. Уларҙың барыһының да исем-шәрифе билдәләнгән.
“Легион Спас” эҙләүҙәр отряды мәғлүмәттәре буйынса һәләк булыусылар исемлегендә 59 йәшлек Татьяна Каҙымбаева һәм 28 йәшлек Илмир Сәғәҙәтов та бар. Ҡатын Әбйәлил районынан булһа, егет Стәрлетамаҡта тыуып үҫкән. Билдәле булыуынса, И. Сәғәҙәтовтың кәүҙәһен 2 ғинуарҙа тапҡандар, ул 7-се ҡатта йәшәгән. Уны туғандары тыуған яғына алып ҡайтып ерләгән. Ә Т. Ҡаҙымбаева хәбәрһеҙ юғалған тип иҫәпләнгән.