ВАНЯ, ВАНЕЧКА04.01.2019
Магнитогорскиҙағы емерелгән йортта 11 айлыҡ сабыйҙың табылғанын хәбәр иткәйнек инде. Әле табиптар уның хәлен тотороҡло тип баһалай.

Байрам төҫөн һин дә тоя инең,
Ана шыршы, тәтәй эленгән.
Тәмлекәстәр менән өҫтәл тулған
Өйҙөң эсе матур биҙәлгән.

Яңы уйынсығың менән уйнап
Арының да талдың йоҡоға.
Төштәр күрҙең: Ҡыш бабайҙың
Тағы ни бар икән тоғонда?

Ҡара томан, шартлау-гөрһөлдәүҙәр
Бүлде сабый, тәмле йоҡоңдо.
Аңламай ҙа ҡалдың ни булғанын
Ҡараңғылыҡ баҫты йортоңдо.

Ғүмереңдең тәүге Яңы йылын
Ҡаршыланың яңғыҙ-һыуыҡта.
Яуыз ниәт әллә ғәмһеҙлекме
Һине көсләп тартты тамуҡҡа.

Әҙәм күтәрмәҫлек һынауҙарға
Нисек түҙҙе кескәй йөрәгең?
Ҡанаттарын елпеп фәрештәләр
Булды микән һинең терәгең?

Баш эймәгән ата-бабаң һыны,
Һиндә сағылғандай тойола.
Кескәй Ваня – еңелмәгән рухтың
Һин символы бөгөн донъяла.

Күҙҙәреңдә – ышаныс һәм өмөт,
Бирешмә һин Ваня, Ванечка.
Ғәфү ит һин беҙҙе, ололарҙы
Йәшәү өсөн тырыш, Ванечка!


Вернуться назад