4 ғинурға ҡараған төндә Баймаҡта шәхси ағас йортта янғын сығып, дүрт кеше һәләк булған: утты һүндергәндән һуң ҡотҡарыусылар өс ҡатындың һәм бер ирҙең кәүҙәләрен тапҡан. Белгестәр билдәләүенсә, ут тәмәкенән тоҡанған.
Быйылғы мәғлүмәттәргә килгәндә, 4 ғинуарҙа иртәнге 8.00 сәғәткә республикала 90 янғын осрағы теркәлгән, уларҙа 12 кеше һәләк булған, алты кеше йәрәхәтләнгән. Ғәҙәттә, фажиғәләрҙең төп сәбәбе – ҡәҙимге хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәмәү.