Магнитогорск ҡалаһындағы фажиғәлә ҡаза күргәндәргә ҡырҙан аҡсалата ярҙам итеү мөмкинлеге асылды.
Реквизиттар:
“КУБ” банкы (акционерҙар йәмғиәте)
ИНН – 7414006722; БИК – 047516949; КПП – 997950001
Корреспондент иҫәбе – 30101810700000000949
Иҫәп номеры – 30232810410000000080
Карта номеры – 4627174155410333
Был иҫәпкә тупланған аҡса ҡазаға дусар булғандарға Силәбе өлкәһенең Социаль мөнәсәбәттәр министрлығы тарафынан бүлеп биреләсәк.
* * *
Ейәнсура районындағы социаль приют хеҙмәткәрҙәре хәбәр итеүенсә, “Һөйөү менән” балалар мәрхәмәт фонды һәм “Ғаилә” көньяҡ-көнсығыш район-ара үҙәге берлектә хәйриә акцияһы ойошторған.
31 ғинуарға тиклем барасаҡ сарала теләгән һәр кем ҡатнаша ала. Бының өсөн райондың Яңы Павловка ауылындағы социаль приютҡа йәки Иҫәнғол ауылы, Блюхер тыҡрығы, 7 адресы буйынса урынлашҡан “Ғаилә” үҙәгенә көнкүреш өсөн кәрәкле әйберҙәр килтерә ала. Белешмә өсөн телефон: 8 (34785) 2-20-17.
Йыйылған әйберҙәр ауыр хәлдә ҡалған ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән балаларға таратыласаҡ.