“Әбделмән” балаларҙы көтә04.01.2019
“Әбделмән” балаларҙы көтәБөрйән районының Иҫке Собханғол ауылындағы “Әбделмән” мәсетендә 10 ғинуарҙа “Иман нуры” конкурсы үткәрелә.

Унда балалар Ҡөрьән аяттарын ятлап ярышасаҡ. Сара иртәнге сәғәт 11-ҙә башлана.

Ойоштороусылар әйтеүенсә, ҡатнашыу өсөн заявкалар 6 ғинуарға тиклем ҡабул ителә. Уны “Бәйләнештә”ге “Фурҡан” төркөмөнә (https://vk.com/wall-74120711_186) смс-хәбәр итеп ебәреү һорала. Заявкала ҡатнашыусының исем-шәрифе, йәше, йәшәү урыны яҙылырға тейеш.

Һорауҙар менән 89373245694 телефонына шылтыратырға мөмкин.


Вернуться назад