Ҡөрьәндәге “950 йыл”04.01.2019
Әҙәм балаларының Аллаһтың барлығын һәм берлеген танымауы сәбәпле Ер йөҙөнә төрлө һәләкәт, ғәрәсәт элек-электән килеп торған. Ошо йәһәттән Нух пәйғәмбәр заманын иҫкә төшөрәйек.

Халыҡ өмөт­һөҙлөккә бирелә, бот­тарға табынып аҙаша баш­лағас, Аллаһ Тәғәлә әҙәм балаларына тәүге илсеһе Нухты ебәрә. “Ҡәрҙәштәрем, бөйөк Аллаһ Тәғә­ләгә генә баш эйегеҙ. Унан башҡа Раб­бығыҙ юҡ. Ҡиәмәт көнөндә барығыҙ ҙа терелеп, Аллаһ алдына хөкөмгә баҫыр­һы­ғыҙ... Раббы­быҙға буйһоно­ғоҙ, Уның бойороҡ­тарын үтәгеҙ...” – тип өндәй пәйғәмбәр. Ләкин күп­селек был һүҙҙәрҙе кире ҡаға, Нухтың үҙенә һәм Аллаһҡа ышанғандарға ҡаршы сыға, уларҙы таш бәреп туҡмау, йәшәгән еренән ҡыуып ебәреү менән янай.

“Беҙҙең кеүек үк кеше икән­легеңде күрәбеҙ, Аллаһтың ысын илсеһе булыуыңа ышандырырлыҡ үҙен­сәлегең юҡ, – тиҙәр пәйғәмбәргә. – Артыңдан иң ярлы кешеләр генә эйә­рә. Ошондай осраҡта һиңә нисек ышанайыҡ?” Нух уларға: “Кемдең нин­дәй икәнлеген Аллаһ Тәғәлә белә, барыһына ла хөкөмдө Ул бирәсәк”, – тип яуаплай.

Нух пәйғәмбәр халыҡты Аллаһ юлына әйҙәүен бик оҙаҡ дауам итә. Был арауыҡтың күләме “Ҡөрьән Кәрим”дә “950 йыл” тип билдәләнгән. Ваҡыттың шулай күп булыуына ҡарамаҫтан, Нух үҙ артынан аҙ ғына кешене эйәртә ала.

Ислам ғалимы, хоҡуҡ белгесе Ибн Касир (1301 – 1373) яҙыуынса, Нух Аллаһ Тәғәләгә халыҡтың үҙенә ышанмауы хаҡында белдергәс, Раббыбыҙ пәйғәмбәргә ул заманда ла, аҙаҡтан да тиңе булмаған кәмә яһарға ҡуша. “Ҡөрьән Кәрим”дә әйтелеүенсә, Нух эш башлағас, халыҡ уның эргәһенән көлөп, мыҫҡыл итеп үтә башлай. “Был әҙәм балалары аҙаҡ язаһын алыр, ыҙалар, әммә шул саҡта Минең менән бәхәсләшәһе булма”, – тип тыя Аллаһ Тәғәлә пәйғәм­бәрҙе, сөнки Нухтың йомшаҡ, нескә күңелле булыуын белә. Ә кәмә эшләтеүҙең асылы шул икән: Раббыбыҙ үҙенә ышанмаған халыҡты батырырға ҡарар итә.

Ҡоролма өс палубалы була. Улар­ҙың аҫтағыһы – йәнлектәр, уртала­ғыһы – кешеләр, ә өҫтәгеһе ҡоштар өсөн тәғәйенләнә. “Язалау мәле еткәс, мейестәрҙән ут урынына һыу атылып сыға башлар”, – ти Аллаһ Тәғәлә. Тимәк, ҡоро ер ҡалмаясаҡ. Раббыбыҙ Нухҡа үҙе яһаған кәмәгә тере йән эйә­ләренән ике енес вәкилдәрен тейәп алырға ҡуша. “Минең барлы­ғыма ышанма­ғандары өсөн язаларға ҡарар ҡылынғандарҙы ҡотҡар­майһың, – ти пәйғәмбәргә. – Миңә һәм үҙеңә ҡарата ғәҙел булмағандарҙы ярлыҡауымды һорама. Уларҙы батырырға ҡарар иткәнмен”.

Раббыбыҙ Нухҡа ғаиләһен дә (Аллаһ­тың барлығына ышанмаған улы Йамдан тыш) кәмәгә ултыртырға бо­йора. Һөҙөмтәлә, ысынлап та, донъя­ны һыу баҫа. Ғәрәсәттән Аллаһтың һайлаған кешеләре генә ҡотолоп ҡала. Уларҙың иҫәбе буйынса төрлө мәғлү­мәт йөрөй. Ислам экзеге­тикаһына нигеҙ һалған ғалим Абдуллаһ ибн Аббас (619 – 686) билдәләүенсә, 80 ҡатын һәм ир ҡотҡарыла. Икенсе берәү “72 кеше” тип дәлилләй. Нухтың ҡатынының яҙмышы тураһында ла фекер айыр­малыҡтары бар. Кемдер билдә­ләүенсә, ул ташҡындан һуң вафат була. Икенселәр иһә ҡатындың Аллаһтың барлығына ышанмаған­лығын, шунлыҡтан һыуға батыуын раҫлай. Әйткәндәй, уның менән Нух пәйғәмбәрҙең биш улы була.

Туфандан һуң әҙәм балаларында бөтөн эште Аллаһ Тәғәләгә доға ҡылыуҙан, Уның фатихаһын алыуҙан башлау йолаға инә.
Ибн Касир яҙыуынса, һыу ҡайта, ерҙә йөрөү мөмкин була башлағас, Аллаһ Тәғәлә Нухҡа кәмәһен Әл-Джуди тауы янында туҡтатырға бойора.
“Һинең менән бергә йөҙгән кешеләр төрлө халыҡ булып тараласаҡ”, – ти. Нух кәмәһенән төшкәс, Аллаһ уға башҡа бындай һыу баҫыуҙы ҡабатламаҫҡа һүҙ бирә. Әйтелгәнде дөрөҫләп, ергә йәйғор ебәрә.

Ислам тарихсыһы Мөхәммәт ибн Джарир (839 – 923) һәм башҡалар раҫлауынса, Нух пәйғәмбәрҙең ҡәбере – Изге мәсеттә.

“Пәйғәмбәрҙәр хаҡында тарихтар (Әҙәмдән Мөхәммәткә тиклем)” тигән китаптан
тәржемә ителде


Вернуться назад