“Тырышлығыбыҙ бушҡа түгел”04.01.2019
Рәсәйҙә Ирекмән йылы ла тарихта ҡалды. Уның шауҡымы һөҙөмтәһендә, республикала ирекмәндәр һаны бермә-бер артты. Белорет ҡалаһындағы Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһында ла X-XI класс уҡыусыларынан торған ирекмәндәр төркөмө булдырылған. Был хәрәкәт ҡушылған уҡыусылар гимназия тормошонда ғына түгел, ә ҡалалағы сараларҙа ла әүҙем ҡатнаша.

Гимназияның ирекмәндәр төркөмө сәләмәт йәшәү рәүешенә айырыуса иғтибарлы. Ошо маҡ­сатта улар “Ҡул йыуыу көнө”, “Сәләмәтлек сере” бәй­геләре, “СПИД-ҡа ҡаршы көрәш”, инсульт темаһына лекциялар ойошторған.

– Хәҙер беҙ күмәк кеше алдында сығыш яһарға өйрәндек, төрлө һорауға фәһемле яуап ҡайтара беләбеҙ. Мәҫәлән, Халыҡ-ара СПИД-ҡа ҡаршы көрәш көнөнә арналған сарала ҡаланың Точисский исемендәге паркында һаулыҡты нығытыу өсөн төрлө күнекмәләр эшләнек. Акцияла теләгән һәр кеше ҡатнашты. Ирекмәндәребеҙ парктан үткән кешеләргә СПИД-ҡа һәм ВИЧ-ҡа ҡағылышлы һорауҙар бирҙе. Был сирҙәрҙең ни тиклем мәкерле һәм ҡурҡыныс булыуы хаҡында аңлатты. Ошо сара­ларҙан сығып, тырышлығыбыҙ бушҡа түгел, тип ҡыуанабыҙ, – ти йәш ирекмәндәр.

Йәш гимназистарҙың яҡшы эшкә ныҡлап тотоноуы ҡыуаныс­лы. Был хәрәкәт үҫеп килгән быуында мохтаждарға ярҙам итеү, теләктәшлек, миһырбанлыҡ, ил­һөйәрлек кеүек алтынға тиң сифаттарҙы тәрбиәләй, шулай уҡ уҡыусыларҙа үҙ-ара дуҫлыҡ­тарын нығытыуға, йышыраҡ аралашыуға ла булышлыҡ итә.



Вернуться назад