Бер мәҡәлә уҡығас...04.01.2019
Уның аҡыл ҡаҙнаһы һайыҡмаһын.

Ике йылдан ашыу элек Мәскәүҙә нәшер ителгән “Экономика и управление: проблемы и решения” журналының 7-се томында Хәлил Әбүбәкер улы Барлыбаевтың “Башнефть” акцияларын һатыу стратегик хата булыуы ихтимал” тигән мәҡәләһе баҫылғайны. Кем ул мәҡәләне яҙған кеше һәм “Башнефть” ни ҡағылышы бар? Бынан утыҙлап йыл әүәл Барлыбаев тураһында кем ул тип һораһалар, яуап биреүсе сикә тапҡырында бармағын борғослар ине, сөнки ул саҡта Барлыбаевты белмәгән кеше һирәк булды.

Буш ҡағыҙ киҫәгенең сере

Хәлил Әбүбәкер улы туҡһа­нынсы йылдар башында баш­ҡорт милли хәрәкәтендә иң әүҙем эшмәкәрҙәрҙең береһе, Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусы­һы, артабан Башҡортостан Хөкү­мәте ағзаһы, Дәүләт милкенә идара итеү фонды (һуңғараҡ комитет тип аталды) рәйесе, тора­раҡ Башҡорт дәүләт университетында ректор урынбаҫары, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты булған кеше. Ошо ҡыҫҡа ғына исемлек тә Барлыбаевтың оло яуаплылыҡ күтәргән шәхес икәнлеген күрһәтә. Һаналған вазифаларҙы үтәгәндә, ул хәл иткән эштәрҙең үҙлегенә саҡ ҡына күҙ һалһаң да, уны әрләге лә, “афарин” тип әйтке лә килә.

Ни өсөн ҡапма-ҡаршы тойғо­лар һуң? Сөнки Барлыбаев бик күп нәмәне ул болғауыр заманда ла Башҡортостан Республикаһы, уның 4 миллионлы халҡы мәнфә­ғәтенән эшләне, әммә эшләп бөтөрмәне. Әлеге “Башнефть” мәсьәлә­һенә киләйек. Ул заманда “Башнефть” бөгөнгө йөкмәт­кегә эйә түгел ине әле. Уның төп эше нефть ятҡылыҡтарын табыу һәм ер аҫтынан шуны сығарыу ине.

Ә нефтте эшкәртеү, унан алынған тауарҙы һатыу менән бүтән ойошмалар, әйтәйек, “Башнефтехимзавод” шөғөл­ләнде. Ике тиҫтәгә яҡын йыл үткәс кенә, бөтөнөһө лә бер йоҙроҡҡа төй­нәлде. Бөгөн өлкән быуын тип атал­ған кешеләр туҡһанынсы йылдарҙа Рәсәй Федерация­һын­да дәүләт милкен һатыу, йәғни хосусилаштырыу тураһында закон сыҡҡанын яҡшы хәтерләй. Унда Рәсәйҙә йәшәгән һәр кешенең ил милкендә өлөшө бар һәм уны берәү ҙә тартып ала алмай тиелгәйне.

Тик был законды үтәү өсөн милек кешеләргә тәғәйен бүлеп бирелмәне. Ошо эште үтәйбеҙ тигән һылтау менән Рәсәй Президенты һәм уның Хөкүмәте, баяғы законды боҙоп, хосусилаштырыу чектары сығарҙы. Был буш бер ҡағыҙ киҫәге ине. Чубайс һәм уның командаһы чекка матди төҫ бирер өсөн уның хаҡы 10 һум тине. Теләһәң, чекты һа­та, теләһәң, дәүләт ҡарама­ғын­дағы предприятиелар акция­һына алмаштыра алаһың. Кешеләрҙең байтағы уны һатты, бик күптәр бер “яртыға” бирҙе. Ҡайһы бер “ушлыйҙар” чектарҙы заводтарға алмаштырҙы. Мәҫәлән, “Известия” гәзите яҙыуынса, бер нисә вагон ваучерға советтарҙың машиналар эшләүсе иң яҡшы заводы “Уралмаш”тың өстән бер өлөшө лә һатыла.

Был ваҡытта Дәүләт милкенә идара итеү фонды рәйесе Хәлил Барлыбаев Башҡортостан етәк­сеһе Мортаза Рәхи­мовҡа һәм бүтәндәргә был чектарҙың күрәләтә алдаҡ ҡоралы икәнен төшөн­дөрҙө. Барлыбаев Мәскәү университетын бөткән, шунан бүтәндәрҙе шул фәнгә өйрәткән иң алдынғы ҡарашлы иҡтисадсы ине. Башҡортостандың милкен тарҡатмаҫ өсөн, Барлыбаев республи­калағы вау­черҙарҙың хаҡын дүрт мәртәбәгә күтәр­теүгә, өҫтәүенә дәүләт ҡарамағындағы милектең ҡиммәтен йөҙҙән ашыу мәр­тәбәгә арттырыуға һәм уны ситтән кил­гәндәргә һатыуҙы тыйҙырыуға өлгәште.

Ошо саралар милекте әрәм-шәрәм иттермәҫкә, коллектив­тарға бирелгән­дәрен тик үҙ кеше­ләренең ҡарамағында ҡалды­рырға мөмкинлек бирҙе. Шул ва­ҡытта Барлыбаев һәм республи­каның бүтән етәкселәре нефть тармағындағы бөтөн предприя­тиеларҙы ла берләштереү һәм уларҙың хаҡын – акцияларын республика хал­ҡына бушлай бүлеп биреү теләге менән янды. Әгәр ошо ниәт тормошҡа ашһа, бөгөн беҙҙең халыҡ йыл һайын “Башнефть” ойошмаһынан дивиденд алыр, республиканың төп байлығына үҙен хужа тип белер ине.

Шәхестең мәшһүрлек сере

Әммә һуңғыһы тормошҡа ашманы. Шул нигеҙҙә Барлыбаев менән бүтән етәкселәр араһында ҡапма-ҡаршылыҡ тыуҙы, тора-бара ул ҙурайҙы һәм Хәлил милеккә идара итеүҙән ситләште. Артабан Барлыбаев иҡтисад, милек, шуға бәйле тарих һәм философия мәсьәләләрен фәнни яҡтан өйрәнде һәм тормоштағы күренештәрҙе фән нигеҙендә аңлатты. Был ваҡытта ул иҡтисад фәндәре докторы, профессор, Башҡорт дәүләт университеты, аҙаҡтан РФ Президенты ҡарамағындағы Рәсәй халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте академияһы уҡытыусыһы булды.

“Башнефть” ике меңселәрҙең башында шәхси ҡулдарға эләкте һәм Башҡортос­тандың төп милке халыҡтан ситләш­терелде. Шунан ул дәүләт ҡарамағына кире ҡайтарылды һәм уның акцияларының 25 проценты республика ҡулына бирелде. Йәнә 50 проценты Рәсәй Федерацияһы дәүләтенеке, ҡалғаны шәхси ҡулдарҙа. “Башнефть” – ҙур милек, уның эсенә ерҙең аҫтындағы һәм өҫтөндәге байтаҡ байлыҡ тупланған.

Нефть ҡыуыу, эшкәртеү һәм унан алынған төрлө тауар сыға­рыуға һәләтле заводтар, ҡорол­ма­лар туҡһанынсы йылдарҙа Башҡортостан суверенитетлы, үҙ байлығына үҙе хужа саҡта нефть предприятиеларын камил­лаштырыуға бик күп аҡса тотондо. Бөгөн шул заводтар эшләй һәм нефтте эшкәртеү кимәле 88 процентҡа тиклем етте. Бындай күрһәткес Рәсәйҙең бүтән бер предприятиеһында ла юҡ.

“Башнефть” акцияларын һатыу стратегик хата булыуы ихтимал” тигән мәҡәләһендә Хәлил Барлыбаев ошо милектең яҙмышын һәр яҡлап тикшерә һәм бынан егерме биш йылдар әүәл үҙенең “Башнефть” хосусилаш­тырыуға аяҡ терәп ҡаршы торғанын дөрөҫ булған икән, тип баһалай. Афарин, тимен уға шуның өсөн. Тап Барлыбаев арҡаһында “Башнефть” ҡына түгел, бүтән күп милек нәфсеһен сикләй белмәгәндәр ҡулына инмәне. Юғиһә ул бер нисә кешенең генә кеҫәһен ҡалынайтыуға китә ине.

“Башнефть”те һаҡлай белмәһәң, бөлгөнлөк көтә, тип иҫкәртә Барлыбаев әлеге мәҡәләһендә. Нәфсе ҡолдары уны тырым-тырағай итеү әмәлен барыбер табасаҡ, шуның өсөн уяу булырға кәрәк, ти профессор.

Хәлил Барлыбаев — халҡы­быҙҙың бөгөнгө мәшһүрҙәренең береһе. Ул илебеҙҙе туҙҙырыуға ҡаршы йәнен аямай көрәште һәм әле лә шул юлда. “Башнефть” йәмғиәтен хосусилаштырырға ярамай, тип унан башҡа берәү ҙә асыҡтан-асыҡ әйткәне һәм халыҡ мәнфәғәтен ошолай яҡлап сыҡҡаны юҡ әле. Был үҙе батырлыҡ.

Фекерен кинәйәләп еткерә

Тик бөгөнгө Хәлил бынан егерме биш йылдар элек йәшәгән Хәлил түгел инде. Ул олоғайған, тормош тәжрибәһен күп туплаған, аҡыл һандығы ныҡ ауырайған. Өҫтәүенә Мәскәүҙә, төрлө уйлы бик күп кеше араһында йәшәү уны һаҡ эш итергә, һүҙеңде әйтер алдынан ҡырҡ үлсәргә өйрәткән. Ошо сифаттар уны тәүәккәл аҙымдан һәм ҡайһы берҙә тураһын әйтеүҙән дә сикләй. Әлеге мәҡәләһенең һығымтаһын да ул кинәйәгә ҡорған.

“Башнефть”тең Башҡортостан өлөшөн дәүләттеке итеп һаҡларға кәрәк, ти ул. Туҡһанынсы йылдарҙа шуның өсөн көрәште бит инде Барлыбаев, тик уйын бойомға ашыра алманы. Быны атҡарыу бөгөн дә һуң түгел. “Башнефть” акцияларын тигеҙ итеп, кешеләрҙең йәшенә һәм ҡартына, ирҙәргә һәм ҡатындарға, уларҙың милләтенә, байлығына, фәҡирле­генә ҡарамайынса, бүлеп бирергә кәрәк. Шул саҡта ул халыҡ милке буласаҡ, шул саҡта уға берәү ҙә яҫҡына алмаясаҡ.


Вернуться назад