Яңы йылда нимә көтәбеҙ?04.01.2019
1. Быйыл Башҡортостанда балалар баҡсаһына түләү буйынса ярҙам күрһәтелгәндә “мохтажлыҡ критерийы” тигән төшөнсә барлыҡҡа килергә тейеш ине. Килеме бер ағзаға икеләтә йәшәү минимумынан артмаған ғаиләләр генә компен­сацияға хоҡуҡлы булды.

Төбәк етәксеһе Радий Хәбиров үҙенең Мөрәжәғәтнамәһендә, килем күләме күпме булыуға ҡарамаҫтан, бөтә ғаиләләргә лә ярҙам күрһәтергә ҡарар итеүе хаҡында белдерҙе, шуға күрә компенсацияны барыһы ла аласаҡ. Бының өсөн бюджеттан миллиард һум аҡса бүленде.

2. Башҡортостанда ишле һәм инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләрҙе транспорт һалымы түләүҙән азат итәләр. Республика Башлығы вази­фаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров тейешле законға төҙәтмәләр индерҙе.

Күҙалланыуынса, ташлама ҡеүәте 150 ат көсө тәшкил иткән бер автомобилгә биреләсәк. Ғаиләлә ике машина икән, льгота уларҙың береһенә генә ҡағыла. Ташлама 2024 йылға тиклем ғәмәлдә ҡала. Был бюджетҡа 175 миллион һумға төшә.

3. Быйылдан башлап яңғыҙ йәшәгән йәки пенсионер, йә иһә I һәм II төркөм инвалиды менән бергә көн күргән өлкәндәргә капиталь ремонт­ҡа түләүҙә 50 процент (70 йәште үткәндәргә) һәм 10 процент (80 йәшен тултырғандарға) ташлама бирелә. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары ошондай закон ҡабул итте.

Эшһеҙҙәргә 1 ғинуарҙан айына 1500 – 8000 һум, йәғни 2018 йыл менән сағыштырғанда, икеләтә күберәк аҡса түләнә.
Пособиены алыу өсөн халыҡ мәшғүллеге үҙәгендә иҫәпкә торорға кәрәк. Түләүгә 16 йәше тулған, бер ерҙә лә эшләмәгән, көндөҙгө бүлектә уҡымаған, эшҡыуарлыҡ менән шөғөл­ләнмәгән граждандар, шулай уҡ ҡартлыҡ буйынса пенсияға иң күбе биш йыл ҡалған эшһеҙҙәр иҫәп тота ала. Һуңғыларына иһә 1500 – 11 280 һум түләнә.

4. Быйыл күләмле “сүп-сар реформаһы” башлана – хәҙер муниципалитеттар түгел, ә дүрт төбәк операторы сүп-сар йыйыу, уны ситкә сығарыу һәм утилләштереү өсөн яуап бирә. Урындағы хакимиәттәргә рөхсәтһеҙ асылған сүплектәрҙе йыйыштырыу бурысы йөкмәтелә.

Радий Хәбиров республика Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә билдәләүенсә, сүпте ситкә сығарған өсөн хаҡ бер кешенән – 70 һумдан, төпкөл ауылдарҙа иһә 35 һумдан артмаҫҡа тейеш.

5. 2019 йылда “Яҡты ҡала” прог­раммаһына ярашлы, республи­каның ҡала, райондарында 23 мең яҡтыртҡыс ҡуйыу күҙаллана.

Был урамдарҙың өстән ике өлөшөн яҡтыртыу мөмкинлеген бирәсәк. Вице-премьер – торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Михаил Киреев әйтеүенсә, һуңғы айҙарҙа 370 мәктәп эргәһендәге биләмәгә 500 метр радиуста шәм ҡуйылған, яҡын арала тағы ла 128 мәктәп эргәһен яҡтыртыу планлаштырыла.


Вернуться назад