Иғтибар: томан!03.01.2019
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан республика һауа торошонда кире күренештәр күҙәтелеүе хаҡында хәбәр иттеләр.

4 ғинуар төнөн һәм иртәнсәк төбәктә урыны менән томан буласаҡ. “Бындай һауа торошо мәлендә водителдәр өсөн төп ҡағиҙә – тиҙлекте арттырмау, ныҡлы иғтибар, иплелек. Томан ныҡ ҡуйы икән, уның таралғанын көтөргә кәрәк”, – тип иҫкәрттеләр Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығынан.


Вернуться назад