Теләктәре тормошҡа ашты04.01.2019
Илеш районының Этәй ауылында Яңы йыл байрамы алдынан өр-яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды.
Был — Рәсәй һәм Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлыҡтары тарафынан тормошҡа ашырылған “Ауыл биләмәләренең тотороҡло үҫеше” программаһына ярашлы төҙөлгән дүртенсе медицина учреждениеһы.
Проекты бик үҙенсәлекле, майҙаны — 72 квадрат метр. Пациенттарҙы ҡабул итеү, процедуралар бүлмәләре бар, ҡаҙанлыҡ эшләй. Бина электр энергияһы менән йылытыла, канализация, йылы һәм һалҡын һыу үткәрелгән, биләмәһе төҙөләндерелгән. ФАП төҙөлөшөнә 3,2 миллион һум аҡса бүленгән, шул иҫәптән федераль бюджеттан — 1,6 миллион һум.