Яңы йылдан ҡулыңа күпме пенсия аласағыңды белгең килһә, үҙең иҫәпләп ҡара.
2019 йылда пенсияға индексациялау 7,05 % тәшкил итә. Шулай итеп, эшләмәүсе пенсионер өҫтәмә күләмдең күпме икәнлеген белеү өсөн хәҙерге пенсия күләмен 0,0705-кә ҡабатларға тейеш.
Мәҫәлән, ҡартлыҡ буйынса 13817 һум алған эшләмәүсе пенсионер 974,1 һум өҫтәмәгә өмөт итә ала. Уның пенсияһы 2019 йылда 14791,1 һум тәшкил итәсәк.