Менингококк сабый ғүмерен өҙҙө03.01.2019
1 ғинуарҙа Яңауыл үҙәк район дауаханаһына менингококк инфекцияһы билдәләре менән килтерелгән баланы ҡотҡарыу өсөн табиптар мөмкин булған дауалау сараларының барыһын да эшләүгә ҡарамаҫтан, мәкерле сир көслөрәк булып сыҡты: һигеҙ йәшлек ҡыҙҙың ғүмере өҙөлдө.

Әле төбәктә эпидемияға ҡаршы иҫкәртеү саралары күрелә. Ҡыҙ менән бәйләнештә булған тағы ете бала Яңауыл районының үҙәк дауаханаһына һалынған. Яҡындарына ҡарата ла санитар нормаларға һәм ҡағиҙәләргә ярашлы антибактериаль, вирусҡа ҡаршы препараттар тәғәйенләнгән.

Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан сирҙең тәүге билдәләре – юғары температура, баш ауыртыу, ҡалтыраныу, мускулдар һыҙлау, тәнде сабыртма ҡаплау беленеү менән кисекмәҫтән дауаханаға мөрәжәғәт итеү зарурлығы хаҡында иҫкәрттеләр.




Вернуться назад