Этең менән бесәйеңдең паспорты бармы? Булмаһа, йүнлә03.01.2019
Төбәктең ауыл хужалығы тармағында һанлы технологиялар йылдам үҫешә. Хәҙер һыйырҙар, аттар, хатта бал ҡорттары ла электрон паспортҡа эйә. Сиратта – эттәр һәм бесәйҙәр.

Һыйыр күпме ашаған, һөт биргән, хатта нисә тапҡыр көйшәгән – быларҙың барыһын да планшет йәки кеҫә телефонындағы махсус ҡушымта ярҙамында белеп, күреп була. Комбайндарҙың эше йыһандан күҙәтелә, һуғарыу системаһы менән электрон машиналар идара итә, малдарҙы роботтар хеҙмәтләндерә. Мәҫәлән, Әбйәлил районындағы “Красная Башкирия” хужалығында мал аҙығын бүлеүсе автоматик двигатель уңышлы файҙаланыла. Киләсәктә унда тулыһынса роботтар хеҙмәтләндергән ферма төҙөргә уйлайҙар.


Вернуться назад