Балаға – баҡса, ата-әсәгә – аҡса03.01.2019
Быйыл балалары баҡсаға йөрөгән ата-әсәгә компенсация түләнә башлай.

Мәғлүм булыуынса, 2018 йыл аҙағында республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров компенсация түләү ваҡытын оҙайтыу бурысын ҡуйғайны. Бындай ярҙам сараһы, социаль статусы ниндәй булыуға ҡарамаҫтан, барлыҡ ата-әсәгә күрһәтеләсәк. Төбәк етәксеһенең был башланғысын Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары ла хуплап сыҡты.

Компенсация 2020 йылдың ғинуарына тиклем ғәмәлдә ҡала. Уның күләме ата-әсәнең балалар баҡсаһына күпме түләүенә ҡарап, 20 проценттан (бер балалы ғаиләгә) 70 процентҡа тиклем (ишле ғаиләгә) тәшкил итәсәк.

Парламент депутаттары шулай уҡ ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙы торлаҡ менән тәьмин итеү алымын камиллаштырҙы.


Вернуться назад