Медицина үҙе “һауыҡтырыу”ға мохтаж03.01.2019
Быйыл Башҡортостанда һаулыҡ һаҡлау учреждениелары төҙөү һәм капиталь ремонтлау буйынса программа эшләй башлаясаҡ.

Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров үҙ Мөрәжәғәтнамәһендә белдереүенсә, бөгөнгө дауахана һәм поликлиникаларҙың яртыһы тиерлек капиталь ремонт талап итә. Улар иҫәбендә – ауыл амбулаториялары, 600-ҙән ашыу фельдшер-акушерлыҡ пункты.

Ҡалаларҙың яңы биҫтәләрендә поликлиникалар етешмәй. Бында әлеге биләмәләрҙә социаль объекттарҙы сафҡа индереү буйынса бурысын еренә еткереп үтәмәгән төҙөлөш компанияларының да ғәйебе бар.


Вернуться назад