Күрше хаҡы – Тәңре хаҡы, тиҙәр. Магнитогорскиҙағы фажиғә республикабыҙ халҡын да ҙур ҡайғыға һалды. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Силәбе өлкәһе губернаторы Борис Дубровскийға ебәргән телеграммаһында ошо хаҡта белдерҙе.
“Башҡортостан халҡы һәм үҙемдең исемдән Магнитогорскиҙа һәләк булғандарҙың ғаиләләренең, туғандарының, яҡындарының тәрән ҡайғыһын уртаҡлашам, – тиелә унда. – Республикабыҙҙа йәшәүселәр фажиғә хаҡындағы хәбәрҙе үтә ауыр кисерә. Силәбе өлкәһе халҡы менән бергә ҡайғырабыҙ, уларҙың бер ни менән дә ҡаплап булмаҫ юғалтыу хәсрәтен уртаҡлашабыҙ.
Ҡазанан зыян күргәндәрҙең тиҙерәк һауығыуын теләйбеҙ. Беҙҙең теләктәшлекте, ярҙам итергә әҙерлекте фажиғә ҡағылған һәр кемгә еткереүегеҙҙе һорайым. Ошондай ауыр ваҡытта һеҙгә ихтыяр көсө, сабырлыҡ, ныҡлыҡ , ҡотҡарыу эштәрен үткәреүҙә көс, түҙемлек теләйбеҙ. Барлыҡ ил халҡы менән бергә беҙ – һеҙҙең менән”.