Зубов халҡы нимәнән ҡурҡа?02.01.2019
Өфө районының Зубов ауылы халҡы ҙур хәүефкә ҡалды: урында яңы экологик проблема тыуыуы ихтимал. Хәл былайыраҡ.

Баш ҡала менән аэропорт араһында урынлашҡан һәм нигеҙҙә коттедждарҙан торған ауылда үҙәк канализация төҙөйҙәр, а йыуынты һыуҙы Бәрҫеүәнгә ағыҙасаҡтар икән. “Йылға ныҡ бысраясаҡ, – ти халыҡ. – Яҙ һыу ташҡанда ни булырын күҙ алдына килтереүе лә ҡурҡыныс”.

Ҡаҙылған канауҙар янында пикет ойошторғандар ҙа күренгеләй башланы. Эште башҡарыусы “Сервис-С” компанияһы етәкселеге тирә-яҡ мөхиткә зыян булмаясағына ышандырырға тырыша. Ысыны нисек? Киләсәктә, һис шикһеҙ, барыһы ла асыҡланыр.


Вернуться назад