“Вечерняя Уфа” гәзитенә 50 йыл тулды – уның тәүге һаны 1969 йылдың 1 ғинуарында донъя күргәйне.
Ошо баҫмаға хәтлем республика кимәлендә башҡорт телендәге “Совет Башҡортостаны” (хәҙер – “Башҡортостан”), урыҫса “Советская Башкирия” (хәҙер – “Республика Башкортостан”) һәм татар телендә “Кызыл таң” гәзиттәре донъя күреп килә ине. Ул саҡта СССР-ҙа “Вечерняя Уфа” кеүек киске баҫмалар 31 төбәктә генә сығарылған, шул иҫәптән РСФСР-ҙа – ун ҡалала.
Гәзиттең тәүге мөхәррире – алдан “Комсомольская правда”ның Башҡортостандағы үҙ хәбәрсеһе булып эшләгән Йәүҙәт Хөсәйенов. Ярты быуатлыҡ тарихы булған баҫма баш ҡалабыҙҙың йылъяҙмаһына, Өфө кистәрен яҡтыртыр тоғро юлдашҡа әүерелде. Артабан да шулай булһын!