Кешегә – утын, урманға – тын01.01.2019
Илдә бөгөндән урмандарҙағы ҡороған сыбыҡ-сабыҡты, тәбиғи рәүештә ҡолаған ағастарҙы алыу рөхсәт ителде. Мәғлүм булыуынса, был турала закондың үҙ көсөнә инеүен халыҡ күптән көтә ине.

Шулай ҙа, республиканың Урман хужалығы министрлығында белдереүҙәренсә, был эш өсөн рөхсәт алыу барыбер кәрәк: кәмендә бер көн алдан урындағы урмансылыҡҡа хәбәр итергә тейешһең.

Лапыны йыл дауамында йыйырға мөмкин. Янғын хәүефе көслө булып, урманға инеү тыйылған осорҙа ғына рөхсәт ителмәй.


Вернуться назад