Һуңғы көсөнә ауаз һалғандыр...01.01.2019
Магнитогорск ҡалаһында шартлауҙан емерелгән йорт аҫтында ҡалғандарҙы эҙләү дауам итә.

Бөгөн унда ун бер айлыҡ бала табылған. Ҡотҡарыусылар сабый илаған тауышты ишетә, одеялға төрөлгән бәләкәс карауатында ятҡан була. Ул әле реанимацияла.

Яңы мәғлүмәттәр буйынса, фажиғәлә һигеҙ кеше үлгән. Бишәү, шул иҫәптән 13 йәшлек малай, емереклек аҫтынан ҡотҡарылған. Әле улар барыһы ла дауаханала, берәүһенең хәле ауыр.Тағы 35 кешенең яҙмышы билдәһеҙ.



Вернуться назад