Пугачева Ҡыш бабайҙан нимә һораған?01.01.2019
Пугачева Ҡыш бабайҙан нимә һораған?Яңы йыл алдынан балалар ғына түгел, ҡайһы бер билдәле шәхестәр ҙә Ҡыш бабайға үҙ теләген белдереп хат юллай.

Эстрада йондоҙо Алла Пугачева: “Яңы йыл менән! Беҙ һәм Рәсәйҙең барлыҡ балалары тыныс йәшәргә теләйбеҙ. Һуғыштан, гонаһлы тәкәбберлектән, ялғанлыҡтан азат ит. Һәр ваҡыт булһын әсәй, һәр ваҡыт булһын атай, һәр ваҡыт булһын тыныслыҡ!” – тип мөрәжәғәт иткән.

Әйткәндәй, быйыл йырсы 70 йәшен билдәләй. Һигеҙ йылға һуҙылған “тәнәфес”тән һуң ул, ниһайәт, үҙ концертына йыймаҡсы. Хаҡы 2 мең ярымдан 70 мең һумға тиклем торған билеттар тиҙ арала һатылып бөткән. Шаҡтай өлөш аралашсылар ҡулына эләгеп, бөгөн 150 мең һумға “осорола”.


Вернуться назад