2019 йылда «Яҡты ҡала» программаһы сиктәрендә республиканың ҡала һәм райондарында 23 мең фонарь урынлаштырылырға тейеш, был урамдарҙың өстән ике өлөшөн яҡтыртыу мөмкинлеген бирәсәк.
Хөкүмәт вице-премьеры, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Михаил Кирәев белдереүенсә, һуңғы айҙарҙа 370 мәктәптең эргә-тирәһе 500 метр радиуста яҡтыртылған, яҡын көндәрҙә тағы 128 мәктәп яны яҡтыртыласаҡ, ҡалғандары буйынса эш киләһе йылда башҡарыласаҡ. Ошо рәүешле, Башҡортостанда тирә-яғы ҡараңғылыҡҡа сорналған мәктәптәр ҡалмаҫҡа тейеш.