"Сос егет"31.12.2018
Үҙҙәрен сос тип кәперенгән әҙәмдәр бар. Шундайҙарҙың береһе – 32 йәшлек Өфө егете бер һылыуҙың автобусҡа ултырғанын көтөп тора ла артынан йүгереп барып кеҫәһенән ҡыйбатлы телефонын тартып сығара. Әммә полиция инспекторҙары ҡулынан эләктереп алғас унан да сосораҡтар барлығын төшөнә.

Уғрыға енәйәт эше ҡуҙғатылған. Уны биш йылға тиклем иркенән мәхрүм итеүҙәре ихтимал. Рәшәткә артында малды сәлдереп түгел, ә тир түгеп табырға кәрәклеген аңлар, моғайын, "сос егет".




Вернуться назад