Республиканың суд приставтары 2018 йылда 300 мең самаһы кешене, бурысы йыйылыу сәбәпле, сит илгә сығармаған.
Граждандың бурысы 10 мең һумдан артып китһә, уның бүтән илгә юлланыу хоҡуғы сикләнә. Тап шуға ла сәфәр алдынан һәр кемдең бурысы булыу-булмауын тикшерергә ҡуша һалым хеҙмәткәрҙәре.