Магнитогорск ҡалаһында газ шартлауҙан емерелгән йортта тикшереү эштәре дауам итә.
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, бөгөнгә фажиғәлә ғүмере өҙөлгән биш кешенең мәйете асыҡланған. Бишәү дауаханала ята, берәүһенең хәле ауыр.
Мәғлүм булыуынса, Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров республика медицина учреждениеларының бәләгә тарығандарға ярҙам итергә әҙерлеген белдерҙе:
“Беҙҙең күршеләрҙә – фажиғә. Магнитогорскиға барлыҡ кәрәкле көс йүнәлтелгән. Унда – беҙҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр бригадаһы ла. Яҡында урынлашҡан медицина учреждениелары тулы әҙерлектә. Ғүмере өҙөлгәндәрҙең ғаиләләренең ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ...”