Свердловск башҡорттары йылды барлай31.12.2018
Йылдың һуңғы көндәрендә Екатеринбургта йәшәгән милләттәштәребеҙ Свердловск өлкәһе милләт-ара китапханаһында Башҡорт теле көнөн билдәләне. Уны “Свердловск өлкәһенең башҡорт үҙәге” йәмәғәт ойошмаһы ойошторҙо.

Сарала ҡатнашыусылар башҡорт халҡының билдәле шағирҙарының әҫәрҙәрен башҡорт һәм рус телдәрендә уҡып ишеттерҙе. Тарихсы һәм яҙыусы Мөжәүир Буранбаев сығышын арҙаҡлы шәхес, сәсән Мөхәмәтша Буранғоловтың тыуыуына 130 йыл тулыуға бағышланы. Мәжит Агишевтың сығышы иһә Әхмәтзәки Вәлидиҙең тормош юлына арналғайны.

“Свердловск өлкәһенең башҡорт үҙәге” йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Фәһимә Йосопова үткән йылға йомғаҡ яһап, киләсәккә пландар менән уртаҡлашты. Әйткәндәй, Өфө ҡалаһы урамдарының береһенә күренекле энергетик Тәҡиулла Әлиевтең исемен биреү тантанаһы үтәсәк, унда Свердловскиҙан яҡташтарыбыҙ ҙа ҡатнашырға йыйына. Шулай уҡ Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арнап, XVII Төбәк-ара башҡорт мәҙәниәте фестивален ойошторасаҡтар.



Вернуться назад