28 май — 3 июнгә йондоҙнамә26.05.2012
Йондоҙҙарға ҡарағанда, аҙнаның тәүге яртыһы уңышлы булмаҡсы. Күңел күтәренкелеге, яҡшы кәйеф һәр саҡ юлдаш булыр. Айырыуса йыраҡ юлға сығыусылар уңыр. Ҡайҙалыр сәйәхәт ҡылыу өсөн бик ҡулайлы мәл. Тик был аҙнала хәл-ваҡиғаларға баһа биреүе, уларҙы алдан күҙаллау, мөмкинлектәреңде, һәләттәреңде баһалау ҡыйын булыр. Артыҡ хыялдарға бирелмәгеҙ, сөнки улар тормошҡа ашмаясаҡ, киреһенсә, ҡамасаулаясаҡ ҡына. Күпкә өмөт итеп, алдана күрмәгеҙ. Ниндәйҙер яңылыҡ белеп ҡалырға тырышығыҙ, бөтөн көсөгөҙҙө уҡыуға, белемегеҙҙе камиллаштырыуға йүнәлтегеҙ. Аҙнаның икенсе яртыһында дуҫтарығыҙ менән күберәк аралашырға тырышығыҙ.
Дүшәмбе мөһим эштәргә тотоноғоҙ, улар уңышлы тамамланыр. Шишәмбе эшлекле даирәләрҙә барыһы ла уңай барасаҡ. Шаршамбы эш башлағанһығыҙ икән, ташламағыҙ. Уны ахырына тиклем еткерә алһағыҙ, шәп. Кесе йома – йәмәғәт тормошонда ҡайнаусылар өсөн. Йомала артыҡ сәбәләнмәй, ашыҡмай ғына эш итегеҙ. Ашыҡҡан ашҡа бешкән тигән мәҡәл был көндөң девизы һымаҡ яңғырай.

ҠУҘЫ (21.03 — 20.04).

Хәл итергә уйлаған матди мәсьәләләрҙе тормошҡа ашыра алмаҫһығыҙ. Планлаштырған бөтөн осрашыуҙарға ла өлгөрөп булмаҫ. Шулай ҙа төшөнкөлөккә бирелмәгеҙ. Аралашыу ваҡытында һаҡ булығыҙ: яңылыш һүҙ менән берәйһен йәберләүегеҙ бар.

БУҒА (21.04 — 21.05).

Етәксе вазифаһын башҡарыусылар, хеҙмәттәштәрегеҙҙең кәңәштәренә ҡолаҡ һалырға кәрәклекте онотмағыҙ! Үҙ-үҙегеҙгә артыҡ ышаныу хатаға килтереүе ихтимал. Дуҫтарығыҙҙан бурысҡа алмағыҙ, үҙегеҙ ҙә аҡса мәсьәләһендә ярҙам итмәгеҙ. Һуңынан үкенерһегеҙ.

ИГЕҘӘКТӘР (22.05 — 21.06).

Етәкселек менән аңлашылмаусанлыҡ килеп сығыр. Шулай ҙа үҙегеҙҙең хаҡлы икәнегеҙҙе дәлилләгеҙ. Барыһы ла асыҡланғас, үрләтеүҙәре ихтимал. Ҙур проекттарҙы тормошҡа ашыра башларға иртәрәк әле, саҡ ҡына сабыр итегеҙ.

ҠЫҪАЛА (22.06 — 23.07).

Баҙап ҡалмайынса, үҙ мәнфәғәттәрегеҙҙе яҡлауға тотонорһоғоҙ. Үҙегеҙҙе көсһөҙ итеп тойорһоғоҙ. Ошо мәлдә, бәғзеләрҙең кәңәшенә ҡолаҡ һалып, экстрасенс һәм гипноз менән шөғөлләнеүселәргә мөрәжәғәт итә күрмәгеҙ.

АРЫҪЛАН (24.07 — 23.08).

Һеҙҙе көсөргәнешле аҙна көтә. Ҡасандыр юлығыҙ айырылған дуҫтарығыҙҙы осратырһығыҙ. Һаҡ булығыҙ, уларҙы ҡабаттан тормошоғоҙға индерергә ашыҡмағыҙ.

ҠЫҘ (24.08 — 23.09).

Ниндәйҙер мөһим ҡарар ҡабул итеү алдында тораһығыҙ. Был аҙнала төплө фекергә килергә кәрәк. Яуап менән артабан һуҙмағыҙ. Шәхси мөнәсәбәт ҡороуы ауырлашыр. Бәхәсте оҙаҡҡа һуҙмай, уртаҡ тел табығыҙ.

ҮЛСӘҮ (24.09 — 23.10).

Үҙегеҙгә һәр яҡлап иғтибар йәлеп итегеҙ. Һаулығығыҙҙы ҡайғыртығыҙ. Алыҫ юлға сығыуҙан баш тартығыҙ. Һәүетемсә генә йәшәп тороғоҙ.

САЯН (24.10 — 22.11).

Ғәҙел булығыҙ! Ихласлыҡ ярҙамында барлыҡ ауырлыҡтарҙы ла еңеп сыға алырһығыҙ. Шәхси тормошта яңы осрашыу көтә. Был мөнәсәбәттәрҙең ныҡлы булыуы ихтимал.

УҠСЫ (23.11 — 21.12).

Бер маҡсатығыҙҙы тормошҡа ашырыу өсөн бар көсөгөҙҙө ҡулланырға әҙерләнәһегеҙ. Икенсе юлдан китегеҙ. Көсөгөҙ ташып торғанда ҙурыраҡ һөҙөмтәгә өлгәшергә мөмкин. Тормош юлдашығыҙ менән киләсәккә пландар төҙөгөҙ.

ЫЛАҠ (22.12 — 20.01).

Көнәркәшлектән ҡурҡмағыҙ. Ул һеҙгә, киреһенсә, көс туплап, артабан көрәшергә этәргес бирәсәк. Был көрәштән еңеүсе булып сығырһығыҙ. Шулай уҡ һаулыҡҡа иғтибарлыраҡ булығыҙ.

ҺЫУҒОЯР (21.01 — 19.02).

Һеҙҙең аҙна. Бар яҡтан да уңырһығыҙ. Алыҫ юлға сығыу – уңышлы, командировкалар, эшлекле һөйләшеүҙәр һөҙөмтәле булыр. Тик ҙур әйбер һатып алыуҙан баш тартығыҙ. Айырыуса техникаға ҡыҙыҡмағыҙ.

БАЛЫҠ (20.02 — 20.03).

Артыҡ көс һалып эшләргә кәрәкмәй. Һеҙҙең тырышлыҡты баһаламаҫтар, эшегеҙҙе күрмәҫтәр. Яҡындарығыҙға күберәк иғтибар бүлегеҙ.
Өмөтбикә.


Вернуться назад