Ағас күмере етештереү арта06.12.2011
Республикала ағас күмере етештереү буйынса предприятиелар һаны арта. Һуңғы ике йылда ойошторолған егерменән ашыу бындай предприятиела 200-гә яҡын кешегә эш урыны булдырылған, етештереү күләме 250 миллион һумдан ашҡан.
Күпселек осраҡта ағастарҙың япраҡлыһы эшкәртелә. Уларҙың ҡалдығын һәм таҡта киҫәктәрен артабан ҡулланып булмай. Ә ағас күмерен етештереү – төбәктә түбән сортлы ағасты утилләштереүҙең иң яҡшы ысулы.


Вернуться назад