Тимер юлы уйын урыны түгел31.12.2018
Тимер юлы уйын урыны түгелКуйбышев магистрале хеҙмәткәрҙәре Яңы йыл ялдары осоронда тимер юлы транспорты объекттарында үҙ-үҙеңде тотоу ҡағиҙәләре тураһында хәтергә төшөрә. Был айырыуса каникулдағы балаларға ҡағыла.

Куйбышев магистраленең Башҡортостан биләмәһендә быйыл өс бәлиғ булмаған баланың һәләк булыу осрағы теркәлгән. (2017 йылда өс бала ҡазаланған, береһенең ғүмере ҡыйылған). Яңы йылда бындай осраҡтар булмаһын өсөн ата-әсәләргә үтә иғтибарлы булырға, балаларҙы яңғыҙын ебәрмәҫкә, тимер юл аша үткән осраҡта хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен ҡат-ҡат аңлатырға кәрәк.




Вернуться назад