Айыу ашын да, башын да ашаған31.12.2018
Яңы йыл алдынан Силәбе өлкәһенең Озерск ҡалаһы биләмәһендә фажиғәле хәл була: айыу 41 йәшлек хужаһын ботарлап ташлай. Ҡулға эйәләштерелгән кейеккә дүрт йәш булған.

Ир бынан бер нисә йыл элек һунарҙан айыу балаһын алып ҡайта. Хайуанды циркка һәм зоопаркка урынлаштырып маташалар, әммә килеп сыҡмай. Хужа уны үҙендә ҡалдыра һәм махсус төҙөлгән вольерҙа тота.

Ир бер нисә көн бәйләнешкә сыҡмағас, туғандары полицияға мөрәжәт итә. Тәртип һаҡлау органы хеҙмәткәрҙәре урынға килгәс, ҡот осҡос күренешкә тап була.

– Вольер асыҡ ине, хайуан биләмә буйлап йөрөй, үҙен бик ярһыу тота. Уны атырға тура килде. Кәртәлә хужаның һәм ике эттең һөлдәһен таптыҡ. Был хәл буйынса тикшереү бара, – ти Озерск ҡалаһыны буйынса тәфтиш бүлеге етәксеһе Алексей Петров.

Фараз буйынса, айыу хужаһын 24 декабрҙә үлтергән. Ирҙең кәүҙәһен 25 декабрҙә тапҡандар.




Вернуться назад