Радий ХӘБИРОВ: “Беҙ барыһын да үҙебеҙ булдырабыҙ”01.01.2019
Ғәҙәти булмаған, әммә шундай йылы, күңелдең иң төптәге ҡылдарына еткән ҡотлау яңғыраны 2018 йылдың һуңғы минуттарында. Республика етәксеһе Радий Хәбиров төбәк халҡын байрам менән шулай ихлас, ябай, йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр аша тәбрикләне.

Балаҡатай районының Урғала ауылындағы социаль приютта тәрбиәләнгән балалар араһында еткерҙе халыҡҡа үҙенең Яңы йыл ҡотлауын Радий Фәрит улы. Ҡыҫҡа, аңлайышлы тәбрикләү, ихлас һүҙҙәр булды ул:

“...Райондар буйлап сәфәрем һуңында ошонда инергә ҡарар иттем. Бындағы – Балаҡатай приютындағы – бар балаларҙың да байрамды ата-әсәһе менән, туғандары, яҡындары араһында уҙғарыу мөмкинлеге юҡ. Шуның өсөн дә улар янына инмәй, ҡотламай һәм нисек булышлыҡ ҡыла алыуымды белмәй үтеү мөмкин түгел ине.

Кемдер мохтаж икән, уға мотлаҡ ярҙам итеү зарур. Өҫтәүенә беҙ бит республикала үҙебеҙҙекеләрҙе ташламаҫҡа һөйләштек. Ҡыш бабайға иҫәп тоторға ла тейеш түгелбеҙ.

Беҙ барыһын да үҙебеҙ булдырабыҙ. Өйҙәребеҙҙе һәм подъездарыбыҙҙы – таҙа, матур, урамдарҙы – хәүефһеҙ, медицинаны иң яҡшыһы итә, транспортты өҙөклөкһөҙ йөрөтә алабыҙ. Беҙҙең кешеләргә байрам көндәрендә балаларын, шул уҡ ваҡытта үҙҙәрен дә, иғтибарға күмеү, иркәләтеү мөмкинлеге булдырырға көсөбөҙ етә.

Әммә бының өсөн бергәләп бик етди, яуаплы эшләргә бурыслыбыҙ, республика етәкселәре халыҡтың тормошон яҡшыраҡ итеү тураһында ғына уйларға тейеш.

Табиптар сифатлы дауаларға, уҡытыусылар уҡыусылар хаҡында хәстәрлек күрергә бурыслы. Ата-әсә – баланы, бала ата-әсәһе ҡәҙерләргә тейеш.

Шул ваҡытта ғына беҙ бергәләп төбәгебеҙҙе тыныс һәм ҡыҙыҡлы тормош өсөн бар мөмкинлектәре булған урын итә алабыҙ. Иң мөһиме – республикабыҙ менән ғорурланасаҡбыҙ. Ошоно эшләү өсөн барлыҡ көсөмдө, тырышлығымды, белемемде һаласаҡмын. Һәм һеҙҙең миңә ярҙам итеүегеҙҙе һорайым”.


Вернуться назад